"Имен булһын ғәзиз ғаиләм, бәхетемде яҡлар ғаиләм"

Сирғол мәҙәниәт усағында шулай тип аталған Сара утте. Ул Халыҡ-ара Ғаилә көнөнә арналды.

"Имен булһын ғәзиз ғаиләм, бәхетемде яҡлар ғаиләм""Имен булһын ғәзиз ғаиләм, бәхетемде яҡлар ғаиләм"
"Имен булһын ғәзиз ғаиләм, бәхетемде яҡлар ғаиләм"

Ғүмер итеү - үргә менеү, тиҙәр. Ә үргә менеү бер ҙә еңел түгел, йә ҡояш ҡыҙҙыра, йә ҡаршыға иҫкән ел - буран артҡа этә. Бына шул саҡта тормош иптәшең ышаныслы терәгең булыу бөтә ауырлыҡтарҙы еңергә ярҙам итә лә инде.

 

Сәхнәбеҙ түренә оло хөрмәт, алҡыштар менән:

✓ рауза туйҙарын билдәләүсе — Ғәлиә һәм Илнур Хәйбуллиндар;

✓ ынйы туйҙарын билдәләүсе — Гөлнара һәм Әхтәм Аҙнағоловтар;

✓ ҡыҙыл яҡут туйҙарын билдәләүсе — Илүзә һәм Урал Абизовтар;

✓ зәңгәр яҡут туйҙарын билдәләүсе —

 Гәүһәр һәм Шәкир Кунаккужиндар,

 Зилә һәм Александр Михайлович Степановтар, Гөлниса һәм Хәким Юлдашбаевтар, Хәзирә һәм Әхмәтбаҡый Тайсиндар;

✓зөбәржәт туйҙарын билдәләүсе Фәрхинур һәм Сулпан Тайсиндар саҡырылды.

 

 Байрам ысын мәғәнәһендә байрамса үтте: ҡотлауҙар, йыр - моң, бүләктәр, көтөлмәгән сюрприздар. 

 

Байрамда ҡатнашҡан юбиляр ғаилә парҙарыбыҙға, бөгөнгө тантанала мәҙәниәт йортона хеҙмәттәшлек иткән уларҙың балаларына, ейән - ейәнсәрҙәренә, туғандарына, концерт номерҙары, сығыштары менән биҙәгән һәр кемгә оло рәхмәттәребеҙҙе әйтәбеҙ. Барығыҙға ла һаулыҡ! Эштәрегеҙ уң, бөгөнгө көнөгөҙ бәхетле, иртәгәһе өмөтлө булһын тип теләйбеҙ. 

 

Ғаилә байрамының спонсоры шәхси эшҡыуар Ләйлә Минияр ҡыҙы Юлдашбаеваның бүләктәрҙе юбилярҙарға үҙе тапшырыуы бигерәк тә мәртәбә булды.

Фәниә Искәнйәрова, мәҙәниәт хеҙмәткәре.

Сирғол ауылы.

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас