Яҙмыштарҙы уртаҡ итеп – алтын туйға

Каникулға Байышҡа туғандарыма килә торғайным. Буласаҡ тормош юлдашым менән дә ошо ауылда таныштыҡ. Рәмил әрме хеҙмәтен тултырып ҡайтты ла, поездға ултырып беҙҙең ауылға мине һоратырға килде. Арыуыҡ юл уҙҙы инде, – тип көлөп тормош ебен һүтә Минзилә Саяф ҡыҙы.

Яҙмыштарҙы уртаҡ итеп – алтын туйға

Байыш ауылында ғүмер кисергән Рәмил һәм Минзилә Уразовтар күптәргә үрнәк, яҡындарына кәрәк булып йәшәй

Уразовтар өсөн 8 март календарҙағы ҡыҙыл дата, байрам ғына түгел, ә уларҙы таныштырған, ҡауыштырған көн дә. Уларҙың быйыл ғаилә ҡороуҙарына 50 йыл – алтын туйҙары. Ҙур, матур йорт, күркәм донъя, үҙҙәре кеүек булдыҡлы балалар – быларҙың барыһына ла уларҙың уртаҡ тырышлығы һалынған.

– Мин Ырымбур өлкәһенең Нарболат ауылында биш балалы ғаиләлә тыуып үҫтем. Каникулға Байышҡа туғандарыма килә торғайным. Буласаҡ тормош юлдашым менән дә ошо ауылда таныштыҡ. Рәмил әрме хеҙмәтен тултырып ҡайтты ла, поездға ултырып беҙҙең ауылға мине һоратырға килде. Арыуыҡ юл уҙҙы инде, – тип көлөп тормош ебен һүтә Минзилә Саяф ҡыҙы. – 1976 йылда Рәмилгә кейәүгә сыҡҡанда миңә 18 йәш тә тулмаған ине. Буранлы 8 март көндө, ат менән силсәүиткә барып яҙылыштыҡ.

Йәштәр ғаилә башлығының ауылында төпләндергә ҡарар итә. "Тәүҙә Орск ҡалаһында йәшәп ҡараныҡ. Әммә күп торманыҡ, ауыл тормошон һайланыҡ. Был ҡарарға бер ҙә үкенмәйем, яратам Байышымды!” – ти хужабикә.

Рәмил Хөснулла улы оҙаҡ йылдар колхозда шофер, тракторист, аҙаҡ мал ҡараусы булып эшләй. Ә Минзилә Саяф ҡыҙы ашнаҡсы була. Уҡыусыларҙы, балалар баҡсаһындағы кескәйҙәрҙе тәмле ризыҡ менән ҡыуандыра.

Йорт хужаһы гармунда шәп уйнай икән. Тәүге инструментын бер быҙауға алмаштырып һатып алған булған. «Клубта ҡыҙҙарҙы бейетә торғайныҡ» тип мәрәкәләй. Хәҙер Рәмил Хөснулла улы мәжлестәрҙә гармунда уйнап-йырлап ҡунаҡтарҙың кәйефен күтәрә.

Юбилярҙарҙың өлкән ҡыҙҙары Рәмилә Күгәрсен районы Тәүәкән ауылында уҡытыусы булып эшләй, дүрт бала әсәһе. Ике улдары әлеге көндә МХО-ла. Илмир мобилизацияға эләгеп инде дүртенсе йыл хеҙмәт итһә, кинйәләре Денис үҙ теләге менән МХО-ға киткәнгә октябрҙа ике йыл була. Уразовтарҙың туғыҙ ейән-ейәнсәре бар. Тик тормош юлында, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бала юғалтыуын да кисерергә тура килә – икенсе улдары Йәмил бер-нисә йыл элек юл фажиғәһендә һәләк булған.

Илмир яңыраҡ тыуған ауылында ялда булып киткән. Ауылдаштары уның менән клубта йылы осрашыу ойошторған. Ә яугир үҙ иһә ата-әсәһенең алтын туйҙарын үткәргә ярҙамлашҡан. Әйкәндәй, Уразовтарҙың балалары – ҡыҙҙары Рәмилә, улдары «Башкир» һәм «Мираж» ата-әсәһенә ғаилә байрамына алтын балдаҡтар бүләк иткән. Ейәнсура районы ирекмәндәре лә уларҙы онотмаған, юбилярҙарҙы тәбрикләп уларға сәй сервизы тапшырған.

Бынан илле йыл элек төрлө ауылда, төрлө ғаиләнән баш алған ике һуҡмаҡты оло бер тормош юлына әйләндереп, ике яҙмышты бер бөтөн итеп йәшәгән был парҙың ғаиләһе бөтөн, бәхете түңәрәк. Ауылда улар мал аҫырап, һыйыр ағын эшкәртеп, ваҡ малдарының дебет-йөн һатып, шәл бәйләп, балаларына ейәндәрен тәрбиәләргә ярҙамлашып татыу ғүмер итә. Тыуып-үҫкән ерендә ерегеп, уға тоғролоҡ һаҡлаған, фиҙаҡәр һәм намыҫлы хеҙмәте менән абруй яулаған ир-уҙаман Рәмил Хөснулла улы, күркәм ғаилә усағын һүрелтмәй һаҡлаған Минзилә Саяф ҡыҙы Уразовтарҙың ғаиләһе һоҡланыуға лайыҡ.

Дилә ДӘҮЛӘТШИНА.

Автор:Дилә Дәүләтшина
Читайте нас