Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының күсмә зона сараһы ҡатнашыусылары Ейәнсурала

18 июндә Ейәнсура районы үҙ майҙанында “Айыҡ ауыл" республика конкурсы сиктәрендә үткән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының күсмә зона сараһы ҡатнашыусыларын ҡабул итте. Унда Ейәнсура, Әбйәлил, Баймаҡ, Бөрйән, Йылайыр, Күгәрсен, Учалы, Хәйбулла райондары, Межгорье, Сибай ҡалалары вәкилдәре ҡатнашты.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының күсмә зона сараһы ҡатнашыусылары ЕйәнсуралаБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының күсмә зона сараһы ҡатнашыусылары Ейәнсурала
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының күсмә зона сараһы ҡатнашыусылары Ейәнсурала

Сара башында ойоштороусылар һәм ҡунаҡтар еңеүсе ауылдарҙың приз фондын тормошҡа ашырыуы менән танышты. Улар Кинйәбулатта булып, балалар, йәштәр, һәм хатта ололар ҙа яратып шөғөлләнгән күп функциялы спорт майҙансығын ҡараны. Был объект былтыр ауыл “Бәләкәй тораҡ пункттар" номинацияһында еңеү яулағас, приз аҡсаһына булдырылғайны.

Сарала ике тематик секция эшләне. Район хакимиәтендә уҙған "Ауыл хужалығы кооперацияһының уңышлы тәжрибәләре һәм үҫеш мөмкинлектәре" секция ултырышында ауыл хужалығы, эшҡыуарлыҡ, туризм тармаҡтары ведомстволары, йүнселдәр, үҙмәшғүлдәр, шәхси кәсебен асырға йыйынған граждандар, власть органдары вәкилдәре һ.б. ҡатнашты. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Юлдаш Йосопов сараның модераторы булды.

Күсмә зона сараһы программаһына ярашлы, "Һаулыҡ хаҡына хеҙмәттәшлек: сәләмәт йәшәү рәүешен популярлаштырыуҙа төбәк-ара тәжрибә уртаҡлашыу" тигән секция ултырышында муниципаль кимәлдәге конкурсты ойоштороу комитеттары, урындағы башҡорт ҡоролтайҙары вәкилдәре, ауыл биләмәһе башлыҡтары, әүҙемселәр һ.б. ҡатнашты. Сараның модераторы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова булды.

Пленар ултырышта сәләмләү һүҙҙәре менән хакимиәт башлығы Дәмин Юланов, шулай уҡ "Айыҡ ауыл" республика конкурсының ойоштороу комитеты ағзалары сығыш яһаны.

Артабан VII "Айыҡ ауыл" республика конкурсы еңеүселәрен, унда ҡатнашҡандарҙы, әүҙемселәрҙе бүләкләү тантанаһы булды. "Өлгөлө башҡорт ғаиләһе" асыҡ республика конкурсы еңеүселәре араһында Иҙәш ауылынан Ғәлим һәм Луиза Ҡунаҡбаевтарҙың сығышын айырыуса яратып ҡабул иттеләр.

***

Әйткәндәй, район мәҙәниәт йортонда тематик күргәҙмәләр ҙә ойошторолдо. Шулай уҡ мәшғүллек үҙәгенең консультация майҙансыҡтары эшләне. "Минең бизнес" үҙәгенең урындағы бүлексәһендә лә белгестәр халыҡтың эшҡыуарлыҡҡа ҡағылышлы һорауҙарына яуап бирҙе, консультациялар үткәрҙе.

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас