Һоҡланғыс ғәилә ул – Туҡаевтар

Беҙ килгәндә лә Варис һәм Динара Туҡаевтар Ҡужабаҡ халҡын мәсеткә, ҡорбан ашына йыйған ине. Әйткәндәй, улар күп сараларҙа бағыусылар булып сыға.

Һоҡланғыс ғәилә ул – Туҡаевтар

         Ауылда эш булмағас, йәштәр ҡалмай, тигән фекерҙе йыш ишетергә тура килә. Ә һеҙҙә хәлдәр нисек? Ҡужабаҡ ауылында мул табынлы ҡорбан ашында хужалар менән ошо хаҡта йәнле әңгәмә ҡорҙоҡ.

          – Шөкөр, тырышһаң, ауылда ла матур йәшәргә була. Барыһы ла үҙеңдән тора, – ти ауыл хужалығында эшләгән йүнселдәр Динара һәм Варис Туҡаевтар.

          Туйҙан һуң йәштәр ҡалаға китһә лә, күңелдәре ауылға тартыла. Инде яйға һалынған донъяларын, эштәрен ҡалдырып, улар Ҡужабаҡҡа ҡайтып яңы тормош башлай.

          - Ауылдағы эш күплелеге, ауырлыҡтар ҡурҡытманы, иптәшем менән мал-тыуар тоторбоҙ тип эшләргә дәртләнеп ҡайттыҡ. Был ҡарарыбыҙға бер ҙә үкенгәнебеҙ юҡ. Әсәйем аш-һыу бешереп, балаларыбыҙҙы ҡараша, ә атайым беҙгә фермала ярҙам итә. Хужалыҡты аяҡҡа баҫтырыуҙа уларҙың өлөшө хәтһеҙ, рәхмәттән башҡа һүҙебеҙ юҡ, – ти Динара Ҡылысбай ҡыҙы.

          Үҙ хужалыҡтарын булдырған Туҡаевтар 12 йыл тирәһе арымай-талмай малсылыҡ менән шөғөлләнә. Әлбиттә, эште яйға һалыу аяҡҡа бер ҙә еңел булмай. Ә бөгөн уларҙың ҡураһында – йөҙләгән һыйыр малы, һимертеүгә ҡуйылған йәш мал, йылҡылар, ваҡ мал да бар. Рәсми эшләгән көтөүселәр, һауынсылар уларҙың төп терәге. Миҙгел эштәренә тракторсылар ҙа ҙа йыялар. «Эшселәребеҙ шәп, мәҫәлән, Хәлит Ҡолмөхәмәтов бик тырыш”, – ти Туҡаевтар.

     Ауыл кешеһе мал аҫрауҙың еңел эш булмауын яҡшы белә. Ауырыйһыңмы, хәлең юҡмы, башҡа ашығыс эшең бармы – бер нәмәгә ҡарамай ваҡытында ашатырға, эсерергә, аҫтын таҙартырға, көтөргә, һауырға кәрәк. Мал аҙығын да үҙ мәлендә хәстәрләү мөһим. Хужалыҡта сәсеү, бесән әҙерләү өсөн кәрәкле техникалар бар.

       Динара иптәшенең иң ҙур терәге – фермала ла малдарҙы ла ҡараша, йортто бөхтә итеп тоторға өлгөрә. Туҡаевтарҙың тормош йәме, йәшәү мәғәнәһе булып ике улдары үҫеп килә – Әмирхан һәм Алихан. Өлкәне 2-се класты тамамлаған, кинйәләренә әле 4 йәш.  

       Булдыҡлы Туҡаевтар балаларында эшһөйәрлек, тыуған ергә һөйөүҙе үҙ өлгөләрендә тәрбиәләү, уларға бәхетле баласаҡ бүләк итеү өсөн бөтә тырышлығын һала. Ауылда мәктәп, магазин булмауына ҡарамаҫтан, ауылдың утын һүндермәҫкә тырышып, ҡот-бәрәкәтен арттырып, гөрләтеп донъя көтәләр. Беҙ килгәндә лә Варис һәм Динара Туҡаевтар Ҡужабаҡ халҡын мәсеткә, ҡорбан ашына йыйған ине. Әйткәндәй, улар күп сараларҙа бағыусылар булып сыға.

        - Мәсет ауыл халҡының йыйылып аралашыу урынына әүерелде. Доғалы йортта хәйерле әңгәмәләрҙең, вәғәздәрҙең әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Мәсетте ағинәй Клара Сибәғәтова тәрбиәләп тора, ҡышҡыһын мейесен яға, йәйен тирә-яғын тәртиптә тота. Уның әһәмиәтен әйтеп бөткөһөҙ. Сараларҙы Клара апай, Миңлегөл Абдуллина, Зәлифә Ғәниева, бейемем, әсәйем һ.б. ауыл инәйҙәре менән кәңәшләшеп үткәрәбеҙ. Беребеҙ «һайт» тиһә, башҡалары «тайт» тип тора. Мәҫәлән, ифтарҙар, егеттәрҙе армияға оҙатыу, ҡорбан ашы һ.б. саралар ошонда үтә, – тип ауылдаштары менән ғорурлана Динара. – Ни өсөн беҙ был эшкә әүҙәм тотондоҡ, тиһегеҙме? Беренсенән, минең тыуып үҫкән яратҡан ауылым, икенсенән, халыҡты берләштереү. Ауылда йәшәүселәрҙең күбеһе өлкән йәштә. Уларҙың күңелдәрен күтәреп ебәреүгә ни етә?!

       Бына шундай дан ғаилә Туҡаевтар. Динара һәм Варис тыуған ерҙә матур итеп йәшәү өлгөһөн күрһәтеп, балалар тәрбиәләп, ауыл тормошонда ҡайнап йәшәй. Башҡаларға ла ярҙам итеп өлгөрәләр. Беҙ әңгәмәләшкән арала эргәбеҙгә ауылдың бер нисә кешеһе килеп, Туҡаевтар тураһында: «Ауырып китһәк, Варис менән Динара үҙ машинаһында беҙҙе больницаға алып бара, йә район үҙәгенән магазиндан аҙыҡ-түлек алып ҡайтып бирә», тип рәхмәт әйтеп китте.

          Варис һәм Динара Туҡаевтарҙың яҡты уй-хыялдары, аныҡ маҡсаттары, матур эштәре, гөрләп торған донъялары бәләкәй ауылдың киләсәгенә ышанысты нығытып, күңелде үҫтереп ебәргәндәй булды.

Дилә ДӘҮЛӘТШИНА.

Автор:Дилә Дәүләтшина
Читайте нас