“Берҙәмлек балҡышы”нда балҡыныҡ

Үтәғол биләмәһе үҙешмәкәрҙәре “Берҙәмлек балҡышы” фестиваль-марафонында ҡатнашты.

“Берҙәмлек балҡышы”нда балҡыныҡ“Берҙәмлек балҡышы”нда балҡыныҡ
“Берҙәмлек балҡышы”нда балҡыныҡ

Ун йыр ансамбле, дүрт бейеү ансамбле, инструменталь ансамбль, балалар театр коллективы, ғаилә сығыштары, айырым сығыш яһаусылар – барлығы һикһәндән ашыу кеше Иҙәш ауыл мәҙәниәт йорто сәхнәһен гөрләтте. Ә фойела иһә ҡунаҡтарҙы һәм тамашасыларҙы дебет шәлдәрҙән һәм кейеҙҙән тыш, биҙәүестәрҙән, һөт ризыҡтарынан һәм башҡа әйберҙәр ҡуйылған бай күргәҙмә ҡаршы алды.

Ейәнсура таланттарға бай һәм һәм һәр биләмәләге сығыштар сағыу. Әммә беҙҙәге сығыштар шуныһы менән үҙенсәлекле ине –  башҡа бер ауыл сәхнәһендә лә булмағанса ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар бейеү коллективы булды. Был бик матур һәм һирәк күренеш. “Гөлнәзирә”, “Дуслыҡ” кеүек коллектив бейеүҙәр ауыр һәм бик күп репетициялар талап китте. Шуға ла мәҙәниәт йортонда көндөҙ йыр ансамблдәре репетицияға йыйылһа, кисен сәхнәне бейеүселәр гөрләтте. Тамашасыларҙы Ғәлиәс Вәлиев, Рәфис Ураҡаев, Ғәлим Ҡунаҡбаев, Ринат Фәйзуллин, Варис Мөхәмәтйәнов, Рушан Ҡәҙербаев,  Зилә Усманова, Илүзә Ҡунаҡбаева, Миңзәлә Ғәлиева, Урал һәм Рәмзиә Ҡолсуриндар, Ләйсән һәм Гөлшан Ишмөхәмәтовалар сығыштары менән һөйөндөрҙө. Үтәғол һәм Иҙәш мәктәп коллективтары, “Умырзая”, “Герой әсәләр”, Ҡунаҡбаевтар һәм Ғайсаровтарҙың ғаилә, “Йәмһибә” фольклор,  “Ҡаҫмарт егеттәре” ирҙәр йыр, Үтәғол ауыл биләмәһе уйын ҡоралдары, “Дуҫлыҡ” һәм “Иҙәш” бейеү ансамблдәре сығыштарын да берҙәм алҡыштар менән ҡаршы алдылар.

Беҙ эстафетаны Ҡазанболаҡ ауыл биләмәһенән ҡабул итеп алдыҡ, артабан уны Һаҡмар ауыл биләмәһенә тапшырасаҡбыҙ.

Бар ҡатнашыусыларға ҙур рәхмәт еткергем килә. “Берҙәмлек балҡышы”нда берҙәм балҡыныҡ!

Луиза Ҡунаҡбаева, Иҙәш ауыл мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе.

 

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас