Берҙәмлек икмәге бешерелә

Ейәнсура районы хакимиәте башлығы Дамин Юланов Мәскәү һабантуйында бешереләсәк Халыҡтар берҙәмлеге һәм дуҫлығы икмәге тураһында һөйләне

Халыҡтар берҙәмлеге икмәге бешереләХалыҡтар берҙәмлеге икмәге бешерелә
Халыҡтар берҙәмлеге икмәге бешерелә

Мәскәү һабантуйындағы Башҡорт этноауылында илебеҙҙең сикһеҙ баҫыуҙарында йыйылған игендән Халыҡтар берҙәмлеге һәм дуҫлығы икмәге бешереләсәк. Башҡортостан шифаханаһында ял көндәре турына путевкалар уйнатылған ваҡытта икмәктең презентацияһы һәм тәмләп ҡарау үткәрелә.

«Халыҡтар берҙәмлеге һәм дуҫлығы икмәге – илебеҙҙең тере метафораһы: төрлө традициялар, телдәр һәм мәҙәниәттәр бер дөйөм эштә берләшә. Беҙ уны Рәсәй киңлектәрендә йыйылған игендән бешерәбеҙ: беҙҙе хеҙмәт, ихтирам һәм осрашыу шатлығы берләштерә. Беҙ һәр ҡунаҡты акцияға үҙ өлөшөн индерергә – дөйөм эшкә ҡушылырға, инициативаға йылы һүҙ һәм шәхси ҡатнашыу булышлыҡ итергә саҡырабыҙ. Беҙҙең өсөн һәр кемдең үҙен ҙур, берҙәм һәм татыу ғаиләнең бер өлөшө итеп тойоуы мөһим», – тип билдәләне Ейәнсура районы хакимиәте башлығы Дамин Юланов.

«Ғәҙәттәгесә, Мәскәү һабантуйында Башҡортостан шифаханаларында ял көндәре турына путевкалар уйнатабыҙ. Был юлы уйнатыу ваҡытында беҙ Берҙәмлек икмәген тәҡдим итәбеҙ һәм теләгән һәр кемгә уны күрергә һәм тәмләп ҡарарға мөмкинлек бирәбеҙ. Был байрамдың үҙенсәлекле мәле – йомартлыҡ, ҡунаҡсыллыҡ һәм уртаҡ йолаларҙың көсө тураһында», – тип һыҙыҡ өҫтөнә ала программаның режиссеры Сулпан Асҡарова.

Мәскәү һабантуйы 4 июлдә “Коломенское” музей-ҡурсаулығы биләмәһендә үтә. Майҙанға “Урал батыр” эпосына нигеҙләнгән “Башҡорт ихатаһы” ҡуйыла.  Балалар өсөн уйын, конкурс, оҫталыҡ дәрестәре ҡаралған. Башҡорт телендә йәнһүрәт күрһәтелә. Китап йәрминкәһе була, матбуғатҡа яҙылырға була. Һабантуй һәм “Башҡорт ихатаһы” сәхнәһендә республика артистары сығыш яһай. Этноауылда Ейәнсура һәм Әлшәй райондары тирмәләре ҡуйыла

Читайте нас