Ейәнсурала Лариса Абдуллина менән осрашыу үтте

«Мы вместе / Беҙ бергә» ижтимағи-мәҙәни проекты сиктәрендә Иҫәнғол ауылында Башҡортостандың халыҡ шағиры, «Аҡбуҙат» балалар журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллина менән осрашыу үтте.

«Ейәнсура районында йәшәүселәрҙең барыһына ла рәхмәт: улар һүҙҙе тыңлай һәм ишетә белә, үҙ йолаларын һаҡлай. Был осрашыу ваҡытында тойолдо, – тип һөйләне «Башинформ»ға Лариса Хашим ҡыҙы. – Район башлығы Дәмин Марат улы Юлановҡа ошондай осрашыуҙарҙы хуплауы һәм мәҙәниәткә тере һулыш биреүе өсөн рәхмәт белдерәм. Үҫеп килгән быуынға айырыуса иғтибар бүлергә кәрәк. Балалар был ерҙең ысын патриоттары булып үҫергә тейеш. Балалар өсөн яңы әҫәрҙәр кәрәк. Әйткәндәй, Президентыбыҙ 26 мартта үткәрергә тәҡдим иткән Балалар китабы көнө барыбыҙға ла бала саҡтан уҡ уҡыуға, туған һүҙгә һөйөү тәрбиәләүҙең мөһимлеге хаҡында иҫкәртеү булып тора. Башҡортостанда быға айырыуса һаҡсыл ҡарайҙар, һәм был йәһәттән республика Башлығы Радий Фәрит улы Хәбировтың өлөшө ҙур: уның ярҙамы ғаиләләргә, Ватанды һаҡлаусыларға, тимәк, мәҙәниәт һәм туған тел тотҡан таянысты һаҡлап ҡалырға булышлыҡ итә. Балаларыбыҙ ҙур Тыуған илебеҙҙең туған телдәрендә яҡшы китаптар менән үҫһен!»

Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылында «Мы вместе / Беҙ бергә" проекты Милләт-ара татыулыҡты нығытыу һәм республика халыҡтарының мәҙәни традицияларын һаҡлау маҡсатында Башҡортостан муниципалитеттарында уҙғарыла. Ейәнсура районынан һуң эстафетаны республиканың башҡа муниципалитеттары – Йылайыр, Баймаҡ, Хәйбулла, Әбйәлил, Бөрйән, Учалы, күгәрсен, Учалы, Сибай, Белорет ҡабул итә. Республика ҡалаларында һәм райондарында халыҡ һәм өлгөлө ижади коллективтарҙың концерттары, әҙәби-музыкаль кисәләр, район фестивалдәре һәм патриотик программалар планлаштырылған.

Читайте нас