Бөтә яңылыҡтар
Һайлауҙар Выборы
18 Сентябрь 2021, 21:10

Ейәнсуралар һайлауҙа әүҙем ҡатнаша

Райондың участка һайлау комиссияларында ғына түгел, территориаль һайлау комиссияһында ла был көндәрҙә ҡыҙыу мәл.

Ейәнсуралар һайлауҙа әүҙем ҡатнаша
Ейәнсуралар һайлауҙа әүҙем ҡатнаша

Участка һайлау комиссияларынан тауыш биреү барышы тураһында мәғлүмәт йыйырға һәм уны эшкәртергә, “Һайлау” дәүләт автоматлаштырылған системаһына индерергә кәрәк. Һайлау участкаһына килеп, йә өйҙә тауыш биреүселәр һаны, мобиль һайлаусылар тураһында һ.б мәғлүмәттәр бында туплана. Шулай уҡ урындарҙағы комиссияларға һәр яҡлап ярҙам да күрһәтә территориаль һайлау комиссияһы ағзалары.

Район халҡы һайлауҙа әүҙем ҡатнаша, был сәйәси сара ойошҡан рәүештә, ҡытыршылыҡтарһыҙ үтә, 18 сентябрҙең 20.00 сәғәтенә яҡынса мәғлүмәттәр буйынса һайлаусылар исемлектәренә индерелгәндәрҙең 55 проценттан күберәге тауыш бирҙе, тип хәбәр иттеләр Ейәнсура районы территориаль һайлау комиссияһында.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: