Һайлауҙар Выборы
10 Сентября 2023, 13:45

Ибрай ауылы

1920-се Ибрай һайлау участкаһында барлығы 389 һайлаусы иҫәпләнә. Хәҙерге ваҡытта 302 граждан үҙ бурысын үтәгән дә инде.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ибрай ауылыИбрай ауылы
Ибрай ауылы

Бында һайлау һайын һәр ваҡыт Гөлбаныу апай Иҙрисова беренсе тауыш бирә икән. Быйыл да унан етеҙерәк кеше булмаған.

Иң оло һайлаусылар: Йомабикә инәй Ҡолмөхәмәтоваға 102, Хәзирә Фазулла ҡыҙы Күсәрбаева, Нурия Әғзәм ҡыҙы Ҡыҙрасоваға 90, Мәрйәм Әхмәтғәзиз ҡыҙы Кирәеваға 86 йәш. 

Ир-егеттәрҙән иң оло һайлаусы - Доларис Фәйез улы Ҡолғаринға иһә 79 йәш.

Автор:Альмира Аюпова