Һайлауҙар Выборы
10 Сентября 2023, 14:24

Таҙлар биләмәһе

Таҙлар, Бикҡужа, Луч, Үрге Һарыбил, Түбәнге Һарыбил, Бәләкәй Байдәүләт, Ивановка, Киселёвка ауылдарын үҙ эсенә алған, Таҙлар ауылы мәҙәниәт йортонда урынлашҡан 1953-сө һайлау участкаһында барлығы 982 кеше иҫәпләнә. Әлеге ваҡытҡа уларҙың 642-һе тауыш биргән. 

Таҙлар биләмәһеТаҙлар биләмәһе
Таҙлар биләмәһе

Илгиз Фәтих улы Йылҡыбаев, Айгөл Булат ҡыҙы Вельк иң беренсе тауыш биреп, бүләкләнгән.

Иң оло һайлаусылар: Хәйерниса инәй Вәлитоваға 93, Рәйсә инәй Кәримоваға 89, Мәрзиә инәй Хәлитоваға 86, Геннадий Илларионович Ковешниковҡа 85, Фәтих Ғиниәт улы Йылҡыбаевҡа 84 йәш.

Беренсе тарҡыр һайлаусылар Айгиз Исхаҡов, Азалия Хәлитова, Дилара Хамитоваға бүләк тапшырылды.

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас