Һайлауҙар Выборы
10 Сентябрь 2023, 02:10

УИКтар асылды

Иртәнге сәғәт 7 тулыу менән Ейәнсура районының барлыҡ участка һайлау комиссиялары үҙ ишеген асты.

УИКтар асылдыУИКтар асылды
УИКтар асылды

Яңы Петровка ауылы клубында урынлашҡан 1941-се һайлау участкаһы рәйесе Ольга Квасова ла комиссия ағзаларына был көндөң мөһимлеген билдәләп, уңышлы эш көнө теләне.

Был участокта 480 тауыш биреүсе теркәлгән. Иң беренсе булып тауыш биргән Фируза Миһран ҡыҙы Белова бүләк менән билдәләне.

-------------------

Бөгөн 10 сентябрҙә Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайының етенсе саҡырылыш депутаттарын Һәм Ейәнсура районының бөтә 15 ауыл биләмәһе советтары депутаттарын һайлайбыҙ.  Барығыҙҙы ла һайлау участкаларына килергә һәм гражданлыҡ бурысығыҙҙы үтәргә саҡырабыҙ.

 Һайлау участкалары урындағы ваҡыт буйынса иртәнге 7:00 сәғәттән 21:00 сәғәткә тиклем эшләйәсәк.

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас