Һайлауҙар Выборы
10 Сентябрь 2023, 11:03

Юлдыбай ауылы

Юлдыбай ауылында иң тәүгеләрҙән булып Рамуль Ғәлиев тауыш биргән.

Юлдыбай ауылыЮлдыбай ауылы
Юлдыбай ауылы

Ул бөгөн ауыл көтөүен көтә. Эше тығын булыуына ҡарамаҫтан, һайлау кеүек мөһим саранан тороп ҡалырға теләмәгән. Рифҡәт Ғәбитов та унан ҡалышмаған, иртә менән һайлау участкаһына килеп тә еткән. Ауылдың иң өлкән кешеләре - 1927 йылғы Әминә Әбүбәкерова һәм Сания Уйылданова өйҙәрендә тауыш бирәсәк.

 Әлеге ваҡытта юлдыбайҙарҙың 50 %-ы тауыш биргән.

Баныу Ғәлийәноваға 90 йәш. Ул Юлдыбай ауылының иң әүҙем һайлаусыһы. Баныу инәй бер һайлауҙы ла ҡалдырмай. Тәүгеләрҙән булып тауыш бирергә килә.

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас