17 февралдә бөтә илдә, шул иҫәптән Башҡортостанда “ИнформУИК” проекты старт ала. РФ Үҙәк һайлау комиссияһы уның инициаторы булып тора.
17 февралдән 7 мартҡа тиклем участка һайлау комиссиялары ағзалары, йәғни йөрөп сығыусылар (обходчиктар) республиканың бөтә ҡалаларында һәм райондарында халыҡҡа Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлау тураһында мәғлүмәт биреү өсөн фатирҙар һәм өйҙәр беренсә йөрөп сығасаҡ.
Һайлау алды “иҫәп алыуы”ның бурысы – теркәлгән һайлаусылар исемлеген аныҡлау, ниндәй ысулдар менән тауыш биреү мөмкин булыуы тураһында һөйләү, өйҙә тауыш биреүгә заявкалар ҡабул итеү, һорауҙарға яуап биреү.
Йөрөп сығыусыларҙы таныуы еңел: улар күк менән яҙылған аҡ төҫтәге накидка-манишка кейәсәк. Шулай уҡ үҙҙәре менән:
– сепрәк сумка-шопер;
– түш билдәһе;
– исем-шәрифе күрһәтелгән, күк мисәт һуғылған һәм комиссия рәйесенең ҡултамғаһы булған участка һайлау комисиияһы ағзаһы танытмаһы;
– “ИнформУИК” ҡушымтаһы менән телефон;
– мәғлүмәт лифлеты һәм теркәлгән кандидаттар тураһында мәғлүмәт менән листовка буласаҡ.
– “ИнформУИК” ҡатнашыусылары махсус мобиль ҡушымта файҙаланасаҡ, унда анкета мәғлүмәттәре индереләсәк. Барыһы ла халыҡ иҫәбен алыуҙағы кеүек. Комиссия ағзалары анкетаға ярашлы һорауҙар бирәсәк. Бөтә процесс бер нисә минут дауам итә, – тип хәбәр итте республика Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе урынбаҫары Марат Гадилов. – Йөрөп сығыусыларға эш ваҡытында агитация үткәреү тыйыла, тик мәғлүмәт биреү генә. Хөрмәтле республика халҡы йөрөп сығыусыларға булышлыҡ итеүегеҙҙе һорайбыҙ. Беҙ хеҙмәттәшлеккә өмөт бағлайбыҙ”.