1955-се Үтәғол һайлау участкаһында сәғәт 11.00-дә 54 кеше үҙ тауышын бирҙе.
Иң беренселәрҙән булып һайлау участкаһына 1955 йылғы Рәйлә апай Әбделмәнова килде.
Ғаиләләре менән килеүселәр ҙә күп, улар: Азамат һәм Дилә Дәүләтбәковтар, Рафаэль һәм Миңнифа Иҙелбәковтар, Расиҡ һәм Фәниә Иҙелбәковтар, Ринат һәм Миңзилә Ғәлиевтар, Йәүҙәт һәм Фируза Усмановтар, Мәхмүт һәм Фәниә Ҡыуатовтар һайланылар ҙа инде.
Ауылдың иң оло кешеһе, 1930 йылғы Ғәзимә Бикмөхәмәт ҡыҙы Урманбәтова өйөндә һайлаясаҡ, уға һайлау комиссияһы иртәгә бара.