Һайлауҙар Выборы
15 Март 2024, 05:05

Өлкәндәр һайлауға әүҙем йөрөй

Сәғит ауылында урынлдашҡан 1918-се һайлау участкаһы ла 8 тулыу менән үҙ эшен башланы.

Өлкәндәр һайлауға әүҙем йөрөйӨлкәндәр һайлауға әүҙем йөрөй
Өлкәндәр һайлауға әүҙем йөрөй

Байыш ауылы биләмәһенең Сәғит ауылында урынлашҡан 1918-се һайлау участкаһында ла тауыш биреү әүҙем бара. Өлкәндәрҙән иң беренсе булып 1940-сы йылғы Хәмиҙуллин Вәхит Зәкәриә улы тауыш бирҙе. Ул бер һайлауҙы ла ҡалдырмай, гел тәүгеләрҙән булып гражданлыҡ бурысын үтәй. 

Риф һәм Рәмзиә Бикбовтар ҙа һайлауҙарҙан ситтә ҡалмай, бөгөн дә тәүгеләрҙән булып тауыш бирҙеләр.

Шулай уҡ мөмкинлектәре сикләнгәнлегенә ҡарамаҫтан I-се группа инвалиды Гөлсәсәк Мөхәмәтйәнова ла гражданлыҡ бурысын үҙе килеп үтәгән.

Ә ауылдың иң өлкән кешеһе 1927-се йылғы Йылҡыбаева Мәндүҙә Ғәлиәс ҡыҙы комиссия ағзаларын көтөп тормаған, быйыл да һайлауға үҙе килеп тауыш биргән.

Хештеги:
#ВыбираемПрезидента
#Башкортостан
#БашВыбор2024

 

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас