Яңы Петровка ауылының мәҙәниәт йортонда урынлашҡан 1941-се һанлы һайлау участкаһында айырыуса йәнле бөгөн, тауыш биреүселәрҙе дәртле көйҙәр менән ҡаршы алалар. Һайлау комиссияһы ағзаларына тик ултырырға ваҡыт юҡ, халҡы тауыш бирергә әүҙем килә.
Һайлау комиссияһы рәйесе Ольга Квасова белдереүенсә 15.00 сәғәткә һайлау хоҡуғына эйә булған 454 тауыш биреүсенең 148-е гражданлыҡ бурысын үтәгән дә инде.
Беренсегә тауыш биреүсе Валентин Пальгуевҡа иһә иҫтәлекле бүләктәр ҙә тапшырҙылар.
#ВыбираемПрезидента
#Башкортостан
#БашВыбор2024