Бөтә яңылыҡтар

Буранғолдар һәр ваҡыттағыса әүҙем

Буранғолдар һәр ваҡыттағыса әүҙем
Буранғолдар һәр ваҡыттағыса әүҙем

Буранғол ауылының башланғыс мәктәбе бинаһында урынлашҡан  1924 -се һайлау участкаһында һайлау көндәре бик йәнле үтә. 

Бөгөн көндөҙгө 12 сәғәткә һайлау хоҡуғына эйә булған 170 һайлаусының 112-һе ил башлығын һайлаған да инде.

Буранғолда бындай саралар йәрминкәһеҙ үтмәй. Быйыл да Хәҙисә Хәмитова төрлө ҡайнатмалар, Лариса һәм Светлана Юлсановалар,  Гөлфара Ҡаҙаҡбаева  ҡамыр аштары, Зөлфиә Сабитова менән  Алсәскә Исхаҡова һөт ризыҡтары,  Гөлниса Аҡбутина ҡул эштәрен һатыуға алып сыҡҡайны. 

 #ВыбираемПрезидента  

#Башкортостан

#БашВыбор2024

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: