Бөтә яңылыҡтар

Һүрәмдәр быйыл да әүҙем 

.

Һүрәмдәр быйыл да әүҙем
Һүрәмдәр быйыл да әүҙем 

Һүрәм ауыл биләмәһенең Күгәрсен ауылы мәҙәниәт йортонда урынлашҡан 1950-се һайлау участкаһында ла тауыш биреү әүҙем бара.

Һайлау комиссияһы рәйесе Венер Байгилдин белдереүенсә бында барлығы 698 кеше һайлау хоҡуғына эйә,  шуларҙың 432-һе тауыш биргән дә инде.

Шулай уҡ комиссия ағзалары тарафынан күрше Аҡҡондоҙ, Богдановка, Малай Муйнаҡ ауылдарына барып һайлаусыларҙан тауыш биреү ойошторолған.

Күптәрҙең ғаиләләре менән килеп гражданлыҡ бурысын үтәүе маҡтауға лайыҡ.

Ә  иң  өлкән һайлаусы Мәсәғүтова Бибинур Ғариф ҡыҙы 1926 йылғы,  уға быйыл 98 йәш тулған.  

 #ВыбираемПрезидента  

#Башкортостан

#БашВыбор2024

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: