Бөтә яңылыҡтар

Һайлауҙар дауам итә

.

Һайлауҙар дауам итә
Һайлауҙар дауам итә

Трушин ауылындағы 1925-се һайлау участкаһында һайлауҙың аҙаҡҡы көнө бик күңелле үтә.

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Шәүрә Хәмитова һәм китапханасы Айгөл Исхаҡова ауыл халҡы өсөн "Масленница", йәғни ҡышты оҙатыу байрамын ойошторған. Төрлө хәрәкәтле уйындар уйнап, йырлап-бейеп күңел асты трушиндар.

Әйткәндәй, бында 160-тан артыҡ һайлаусының бөтәһе тиерлек ил башлығын һайлап тауыш биргән дә инде.

Күптәр ғаиләләре менән килеп гражданлыҡ бурысын үтәгән. Мәҫәлән Лилиә Сабитова менән Рөстәм Абдраманов улдары Айрас, Ансар, ҡыҙҙары Айлина һәм Аяна менән килеп тауыш биргәндәр.

#ВыбираемПрезидента #Башкортостан #БашВыбор2024

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: