Бөтә яңылыҡтар

Байышта һайлау көнө ҡоймаҡ байрамы үтте

.

Байышта хайлау көнө ҡоймаҡ байрамы үтте
Байышта хайлау көнө ҡоймаҡ байрамы үтте

Байыш ауылында урынлашҡан 1916-сы һайлау участкаһында ла тауыш биреү әүҙем бара. Бында 350-нән артыҡ кеше һайлау хоҡуғына эйә. Өлкәндәрҙән Шаһиҙә Мөхәмәтйәнова бер һайлауҙы ла ҡалдырмай. Быйыл да үҙе килеп гражданлыҡ бурысын үтәгән. Теләүморатовтар ҙа тауыш биреүҙә бөтә ғаиләһе менән килеп ҡатнашҡан. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре иһә клуб алдында "Донъя яйы менән, ҡоймаҡ майы менән" исемле күңелле сара ойошторған, һайлаусыларҙы ҡоймаҡ, төрлө тәмлекәстәр һәм ҡайнар сәй менән һыйлаған.

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: