Бөтә яңылыҡтар

Күгәрсендә һайлауҙың һуңғы көнө күңелле үтә

Күгәрсендә самауыр байрамы үтте 

Күгәрсендә һайлауҙың һуңғы  көнө күңелле үтә
Күгәрсендә һайлауҙың һуңғы көнө күңелле үтә

Бөгөн тауыш биреүҙең һуңғы көнөндә Һүрәм ауыл биләмәһенең Күгәрсен ауылы мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре самауыр байрамы ойошторҙо. Балалар төрлө уйындар уйнап кинәнес алһа, өлкәндәр тәмлекәстәр менән самауыр сәйе эсеп йәнле аралашып, дәртле бейеү  көйҙәренә бейеп күңел астылар. 

Ошонда уҡ барған йәрминкәгә ауыл уңғандары нимә генә алып сыҡмаған.  Йылы ойоҡбаштар, бейәләйҙәр, һөт, май, өй  шарттарында эшләгән сыр, муйыллы ҡорот,  ҡаҙы, бәлеш-ләүәштәр тиһеңме,  барыһы ла бар ине.

Һайлау комиссияһы ла тик кенә ултырмай, күбеһе һайлап өлгөргән булһа ла, халыҡ гражданлыҡ бурысын үтәргә килеүен дауам итә. 

 #ВыбираемПрезидента  

#Башкортостан

#БашВыбор2024

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: