Бөтә яңылыҡтар

Булған урыныңда тауыш бир

Башҡортостан халҡы сентябрҙә үтәсәк һайлауҙарҙа “Мобиль һайлаусы” механизмы ярҙамында булған урынында тауыш бирә ала

Уның менән 2024 йылдың 6,7 һәм 8 сентябрендә тауыш биреү көндәрендә теркәлгән урыны буйынса булмаған: Башҡортостан Республикаһы сиктәрендә командировкаға киткән, икенсе ҡалала уҡыған, отпускыға киткән, теркәлеү урыны буйынса йәшәмәгән, бинаһы мөмкинлектәре сикләнгән һайлаусылар өсөн йыһазландырылған икенсе һайлау участкаһында тауыш бирергә теләгән кешеләр файҙалана ала.

Бының өсөн йәшәү урыны буйынса һайлаусылар исемлегенә индереү тураһында алдан ғариза бирергә кәрәк. Бының өс ысулы бар:

– 2024 йылдың 22 июленән 2 сентябренә тиклем Башҡортостан Республикаһы территорияһындағы ниндәй ҙә булһа территориаль һайлау комиссияһына йәки күп функциялы дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеү үҙәгенә (МФЦ) шәхси мөрәжәғәт итергә;

– 2024 йылдың 28 авгусынан 2 сентябренә тиклем республиканың ниндәй ҙә булһа участка һайлау комиссияһына мөрәжәғәт итергә;

– 2024 йылдың 22 июленән 6 сентябренең Мәскәү ваҡыты менән 24.00 сәғәтенә тиклем “Госуслуги” порталына электрон ғариза бирергә.

Һайлау комиссияларына, МФЦ-ға ғариза биргәндә Рәсәй Федерацияһы гражданы паспортын (паспорт алмаштырыу осоронда – ваҡытлыса шәхесте раҫлау танытмаһын) күрһәтергә кәрәк.

Урындағы үҙидараның вәкиллекле органдарына: ауыл һәм ҡасаба Советтарына, муниципаль райондар һәм ҡала округтары Советтарына төп һәм өҫтәлмә һайлауҙарҙа “мобиль һайлаусы” механизмы ҡулланылмай.

БР Үҙәк һайлау комиссияһының сәйәси партиялар һәм киң мәғлүмәт саралары менән эш буйынса бүлеге.

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас: