Һайлауҙар Выборы
14 Августа 2024, 12:50

Комиссия ағзаларына ишек асығыҙ

Тауыш биреү көндәре алдынан һайлау комиссиялары ағзалары йорттар буйлап йөрөйәсәк

Республикала 19 августан 28-енә тиклем участка һайлау комиссиялары Башҡортостан Башлығын һайлау тураһында адреслы мәғлүмәт биреү эше алып бара. Комиссия ағзалары йорттар буйлап йөрөйәсәк.

Участка һайлау комиссияһы ағзаһын таныуы еңел — уның кампания бренды баҫылған сумкаһы, таныҡлығы һәм кәрәкле полиграфия продукцияһы буласаҡ.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда тауыш биреү көндәре – 2024 йылдың 6, 7 һәм 8 сентябре.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас