Һайлауҙар Выборы
28 Августа 2024, 06:55

Шәп бүләктәр уйнатыла

Башҡортостанда 6, 7 һәм 8 сентябрҙә республика етәксеһен һайлау уҙғарыла. Был көндәрҙә «Рәхмәт-2024» акцияһы барышында ҡиммәтле бүләктәр уйнатыла.

Шәп бүләктәр уйнатылаШәп бүләктәр уйнатыла
Шәп бүләктәр уйнатыла

6, 7 һәм 8 сентябрҙә һайлау участкаларына килгән һәр кем бүләктәр уйнатыуҙа ҡатнашыу өсөн QR-билеттар алырға мөмкин.

Ғаиләнең һәр ағзаһына, шул иҫәптән балаларға QR-билет бирелә, шундағы 8 символдан торған уникаль кодты рахмат102.рф сайтында теркәргә кәрәк.

Акцияның бүләк фонды хайран ҡалдыра: ҡатнашыусылар 330-ҙан ашыу ҡиммәтле бүләк отоу мөмкинлегенә эйә. Был исемлектә квадроциклдар, мотоцикл, һыу мотоциклы, велосипедтар, электр самокаттары, шулай уҡ көнкүреш һәм офис техникаһы – телевизорҙар, ноутбуктар, планшеттар, телефондар һәм робот саң һурҙырғыстар бар.

Йәкшәмбе, 8 сентябрҙә, тәүге тапҡыр «Бүләктәр төнө» ойошторола, унда бер юлы 130-ҙан ашыу бүләк уйнатыла.

Һөҙөмтәләр рахмат102.рф сайтында баҫыла. Бүләк алыу хоҡуғын юғалтмаҫ өсөн, QR-билеттарҙы 30 сентябргә тиклем һаҡларға кәрәк.

13 сентябрҙә барлыҡ теркәлгән билеттар Башҡортостан юлдаш телевидениеһының тура эфирында «Ҙур Рәхмәт» суперприздар уйнатыуҙа ҡатнаша. Бүләктәр араһында – машиналар, тотош ғаилә менән Сочиға сәйәхәт, Башҡортостан шифаханаларына һәм ял йорттарына юлламалар. Проекттың төп партнеры – «Өфө ҡалаһының инвестиция-төҙөлөш комитеты»нан Өфөлә өс фатир уйнатыла.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас