Һайлауҙар Выборы
5 Сентябрь 2024, 12:25

Һайлау көндәрендә уҡыусылар нисек уҡыуы тураһында хәбәр ителде

Һайлау комиссиялары урынлашҡан мәктәптәрҙә уҡытыу белем биреү ойошмаларының мөмкинлектәрен иҫәпкә алып ойошторола

Һайлау көндәрендә уҡыусылар нисек уҡыуы тураһында хәбәр ителдеҺайлау көндәрендә уҡыусылар нисек уҡыуы тураһында хәбәр ителде
Һайлау көндәрендә уҡыусылар нисек уҡыуы тураһында хәбәр ителде

Башҡортостан Башлығын һайлау көндәрендә мәктәптәрҙә белем биреү процесы март айында Рәсәй президентын һайлау ваҡытындағы схема буйынса ойошторола. Был хаҡта «Башинформ»ға республика мәғариф министрының беренсе урынбаҫары Светлана Антипина һөйләне.

«Участка һайлау комиссиялары урынлашҡан мәктәптәрҙә уҡытыу белем биреү ойошмаларының мөмкинлектәрен иҫәпкә алып ойошторола, — тине министр урынбаҫары. — Йылы һәм аяҙ булһа, Сәләмәтлек, Спорт көндәрен, экскурсиялар һәм башҡа саралар үткәрергә мөмкин».

Уның һүҙҙәренсә, 6 сентябрҙә — төп дәүләт имтиханы һәм төп дәүләт имтиханын ҡабаттан тапшырыуҙың өҫтәмә осоро. Имтихандар күсерелмәй.

Өйҙән уҡыу тураһында ҡарарҙы мәктәп ҡабул итергә тейеш, ләкин Мәғариф министрлығы дистантты иң һуңғы осраҡта ғына һайларға тәҡдим итә.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас