Һайлауҙар Выборы
6 Сентябрь 2024, 04:55

Һайлауға - тотош ғаилә һәм коллектив менән

Үргендәр һайлауға әүҙем йөрөй  

Башҡорт Үргене ауылындағы 1942-се һайлау участкаһында иртә менән йәнле. Башҡорт Үргене урта мәктәбе коллективы уҡытыусылары барыһы ла бергә генә килеп гражданлыҡ бурыстарын үтәне. 

Ә Нурзилә һәм Айнур Ноғомановтар ҡыҙҙары Айзилә һәм Рузилә, улдары Айгиз һәм Нургиз менән килеп тауыш бирҙе.

- Тауыш биреүҙә ҡатнашыу - һәр граждандың бурысы. Быны бала саҡтан аңлатырға һәм шәхси миҫалда күрһәтергә кәрәк. Шуға ла һәр һайлауға балалар менән киләбеҙ, - ти Нурзилә Батырхан ҡыҙы.

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас