Бөгөн республикабыҙҙа Башҡортостан Башлығын, район Советы депутаттарын һәм шулай уҡ өлөшләтә ауыл советы депутаттарын һайлау башланды. Республикала 3302, шул иҫәптән беҙҙең районда 53 һайлау участкаһы үҙ эшен башланы. Тауыш биреү өс көн дауамында – 6,7, 8 сентябрҙә барасаҡ. Һайлау участкалары 08:00 сәғәттә ишектәрен асты һәм 20:00 сәғәткә тиклем эшләй. 18 йәше тулған, Рәсәй гражданы булған һәр кеше тауыш биреү хоҡуғына эйә.
Яңы Петровка ауылында урынлашҡан 1941-се һайлау участкаһында иң беренсе булып Ольга Павлова гражданлыҡ бурысын үтәне.