Һайлауҙар Выборы
6 Сентябрь 2024, 05:27

Иҙәштәр әүҙемлек күрһәтә

.

Иҙәштәр әүҙемлек күрһәтәИҙәштәр әүҙемлек күрһәтә
Иҙәштәр әүҙемлек күрһәтә

1965-се Иҙәш һайлау участкаһында иртәнге һигеҙгә һайларға теләүселәр күп ине. Мәктәп коллективы тулы составында тиерлек бергәләп тауыш бирҙе лә инде.

Айтуған һәм Юлиә Ғайсаровтар, Айрат һәм Дания Ураҡаевтар ғаиләләре менән бергәләшеп һайлауға килгән.

Һайлауҙа гел беренсе булып ҡатнашҡан Ғилман Ҡыуандыҡов был юлы ла беренселекте берәүгә лә бирмәне, өҫтәп бүләкле лә булды.

Иҙәштәр Башҡортостан Республикаһы башлығын, Башҡортостан Республикаһы Ейәнсура районы муниципаль районының алтынсы саҡырылыш Советы депутаттарын һайлауҙан тыш, Үтәғол ауыл биләмәһе ауыл советының туғыҙынсы саҡырылыш Советының 1-се һанлы күп мандатлы һайлау округы буйынса депутаттарын да һайлайҙар.

#всейсемьей02 #алгавсейсемьей #алгавсеймесьейМинобрнаукиБашкортостана #алгавсейсемьейЗианчуринскийрайон #Зианчуринскийрайон

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас