Тауыш биреүҙең беренсе көнөндә үк ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан яугир Вадим Халиков та тормош иптәше Виктория менән Яңы Павловка ауылында урынлашҡан 1933-сө һайлау учаскаһына килеп гражданлыҡ бурысын үтәне.
- Һәр кем лайыҡлы тип һанаған кандидат өсөн тауыш биреп, гражданлыҡ бурысын үтәргә тейеш тип һанайым, - ти Вадим Хәлил улы.
Һайлау комиссияһы рәйесе Рәил Исламов белдереүенсә әлеге ваҡытҡа был участокта 157 кеше тауыш биргән дә инде.