Һайлауҙар Выборы
6 Сентябрь 2024, 07:23

"Өйгә килгәндәрен көтөп торманым"

Үрге, Түбәнге, Урта Муйнаҡ һәм Аҡбирҙе ауылдарынан 588 һайлаусы теркәлгән 1937-се Муйнаҡ һайлау участкаһы ла Рәсәй һәм Башҡортостан гимндары аҫтында, сәғәт теүәл 8.00-дә асылды.

"Өйгә килгәндәрен көтөп торманым""Өйгә килгәндәрен көтөп торманым"
"Өйгә килгәндәрен көтөп торманым"

Иң беренсе булып Яңы Павловка ауылында йәшәгән, эш буйынса ауылға ҡайтҡан Хөрмәт Исмәғилев тауыш бирҙе. Әйткәндәй, Хөрмәт Хәмит улы милли көрәш буйынса Башҡортостан, Рәсәй чемпиондары тәрбиәләгән легендар шәхес. Иң тәүге һайлаусыны комиссия ағзалары  ҡотлап, бүләк тә тапшырҙы.

Һайлау комиссияһы рәйесе Тәнзилә Рәйемғужина әйтеүенсә, бөгөн өлкәндәр айырыуса әүҙем.

Көн матур торғанда ауылға сығып, кеше күреп йөрөп ҡайтырға тип, өйгә килгәндәрен көтөп тормай, үҙем килдем, – ти 97 йәшлек Шәмсиһан инәй Танһыҡҡужина. Комиссия ағзалары исемлектәге иң өлкән һайлаусы ла иҫтәлекле бүләк менән билдәләгән.

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас