"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
Һайлауҙар Выборы
7 Сентябрь , 16:49

100 йәшлек инәй тауыш бирҙе

Өлкән быуын һайлау кеүек сәйәси ваҡиғаларға үтә лә яуаплы ҡарай. Һайлау участкаларына ла тәүге көндән үк иртә менән тап хаҡлы ялдағылар килә. Үҙҙәре килеп тауыш бирә алмағандар иһә комиссияның өйгә килеүен түҙемһеҙләнеп көтә.

Бөгөн Байдәүләт ауылында ла өйҙә тауыш биреүгә ғариза яҙыусы инәй-олатайҙар 1922-се участка һайлау комиссияһы ағзаларын ихлас ҡаршыланы.

Ейәнсураның иң өлкән кешеһе – 100 йәшлек Мәғәфүрә инәй Абдуллина һайлау комиссияһы килеүен ихатаға сығып уҡ көтә ине. Әбейҙәр сыуағының йылы ҡояшында ҡыҙынып ултырған инәйҙең кәйефе байрамса. Ғүмерен балалар тәрбиәләүгә бағышлап, бер нисә быуын өсөн икенсе әсәй булған Мәғәфүрә Рәхмәтулла ҡыҙы һәр һайлауҙың киләсәк өсөн әһәмиәте ҙур булыуын яҡшы аңлай. Шуға ла һәр саҡ ихлас тауыш бирә.

- Беҙ төрлөһөн: ауырлыҡтарҙы, аслыҡ-яланғаслыҡты күреп үҫтек. Ейән-ейәнсәрҙәрҙең, бүлә-бүләсәрҙәрҙең киләсәге матур булһын, – тигән изге теләктәр менән төшөрҙө инәй бюллетендәрҙе урнаға.

88 йәшлек Факил Аҡсурин да Республика Башлығын һәм район Советына депутат һайлауға яуаплы ҡарап, комиссия вәкилдәрен көтөп кенә ултырған. Ғүмерен колхоз эшенә арнаған олатай ҙа күңеле ятҡан кандидаттарға тауышын биреп, һайлауҙарҙың имен үтеүен теләне.

 

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас: