Бөгөн Сәғит ауылында көҙгө йәрминкә үтә. Сараны ойоштороусылар китапханасы Зөмәрә Имәсова һәм уҡытыусы Лилиә Сәлихова әйтеүенсә, ҡуйылған әйберҙәр тиҙ арала һатылып бөткән. Республика Башлығын һайлауҙа ҡатнашырға килгәндәр бик теләп алғандар. Башланғыс класс уҡыусылары концерт номерҙары менән сығыш яһап барыһының да күңелен асҡан.
Сәғит һайлау участкаһына килгән Вәхит Зәкәрей улы Хәмиҙуллин - һуғыш балаһы. Ул, илебеҙ - тыныс, күгебеҙ - яҡты, киләсәк өмөтлө булһын тип тауыш бирҙе.