7️ сентябрҙә Ейәнсура районының һайлау участкалары сәғәт һигеҙҙә үҙ эшен башланы.
Һайлауҙың тәүге көн һөҙөмтәләре буйынса Ейәнсура районы лидерҙар иҫәбендә. Балтас һәм Салауат райондарынан ҡалышып, өсөнсө урында барабыҙ, һайлаусыларҙың 45, 95 проценты үҙ тауышын биргән дә инде.
Бөгөн дә һайлау участкаһына килгән һәр кем QR-билет аласаҡ. Шулай уҡ "Рәхмәт" браслеты ла тапшырыласаҡ.
Бүләктәр уйнатыу 6 сентябрҙә - 14:00 һәм 20:00 сәғәттәрҙә булды.
7 сентябрҙә - 14:00 һәм 20:00 сәғәттәрҙә, 8 сентябрҙә 14:00 сәғәттә уҙасаҡ.
Әйткәндәй, 8 сентябрҙә үтәсәк "Приздар төнө"ндә 130 приз уйнатыласаҡ.
Бүләк отоусылар исемлеге менән рахмат102.рф сайтында танышырға мөмкин. QR-билеттарҙы 30 сентябргә тиклем һаҡларға кәрәк икәнен онотмағыҙ!