

Сабировтар ғаиләһе - Бикбау ауылында килен менән бейем бер йортта татыу йәшәгән матур ғаиләләрҙең береһе.
Бөгөн бөтә ғаилә ағзалары бергә республикабыҙ киләсәге өсөн үҙ тауыштарын бирергә һайлау участкаһына килделәр.
Ғүмер көҙөнә пар ҡанатың менән кереү, балалар, ейәндәр рәхәтен парлап татыу - оло бәхет. Үткәндәре һағынып иҫләрлек, бөгөнгө көндәре бәхетле, киләсәктәре өмөтлө уларҙың. Ауылдаштары уларҙы егәрле, ярҙамсыл, ауылдың киләсәге өсөн йән атып торғандары өсөн хөрмәт итә. Ғаилә башлығы Салауат Сөләймән улы ысын мәғәнәһендә алтын ҡуллы: оҫта тимерсе лә, ашнаҡсы ла, киномеханик та, механизатор ҙа, сәхнәләрҙә артистарыңа биргеһеҙ уйнауҙары - барыһы ла уның егәрле, эрудициялы, заман менән бергә атлаған ир-уҙаман икәне хаҡында һөйләй.
Тормош иптәше Мәсҡүҙә Хәйрулла ҡыҙы - Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы. Уҡытыу эшенән тыш йәмәғәт эшендә әүҙем ҡатнашҡан оҫта ойоштороусы, бейеүсе, спортсмен тип беләбеҙ уны. Тиҫтәләгән йылдар мәктәптә профком етәксеһе, ауыл старостаһы йөгөн тартҡан, һәр башланғыстың иң алдында булған, ауыл киләсәге өсөн янып-көйгән рухлы, дәртле Ағинәй дәрәжәһендәге ветеран-уҡытыусы ул Мәсҡүҙә Хәйрулла ҡыҙы. Сабировтар ике балаға - ул һәм ҡыҙға - ғүмер биреп, уларҙы үҙ-аллы тормошҡа аяҡ баҫтырғандар. Әлеге мәлдә балаларының матур йәшәүҙәренә ҡыуанып, ейән-ейәнсәрҙәрен һөйөүгә сорнап, парлы ҡартлыҡтарына һөйөнөп, ғүмер көҙҙәренең уңышлы, емешле, тыныс булыуына ҡыуанып йәшәйҙәр. Эйе, парлап йәшәүҙең һәр мәле – үҙенә күрә бер төрлө, әммә ҡабатланмаҫ мәл. Сабировтар кеүек һөйөүҙә һәм татыулыҡта бәхетле оҙон ғүмер кисергән парҙар, һис шикһеҙ, ихтирам һәм һоҡланыу уята. Уларға тағы ла шатлыҡ-ҡыуаныстарға бай тыныс таңдар, ҡайғы-хәсрәтһеҙ көндәр, артабан да парлы ғүмерҙәр теләйек! #Выборы2024 #УИК1926 #выбираемГлавуРеспублики #всейсемьей02 #алгавсейсемьей