-3 °С
Болотло
Абзан ауылында йәшәгән Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Әхмәтдин Хәлитов та бөгөн конституцион хоҡуғы менән файҙаланып, үҙ тауышын бирҙе. Урындағы участка һайлау комиссияһы Әхмәтдин Фәхретдин улының өйөнә килде. Ветеран әйтеүенсә, республика етәксеһе һайлау – киләсәк быуындың ниндәй тормошта йәшәрен хәл итер мөһим сара.