"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
Һайлауҙар Выборы
8 Сентябрь , 13:45

Ейәнсурала һайлаусы комиссияны ҡорал менән ҡаршы алған

Баҡһаң, Василий Кузьмич ҡоралдарҙың макетын эшләү менән мауыға икән.

Ейәнсурала һайлаусы комиссияны ҡорал менән ҡаршы алған
Ейәнсурала һайлаусы комиссияны ҡорал менән ҡаршы алған

Лукьян - Ейәнсура районының иң бәләкәй ауылы. Бында 11 йортта ғына кеше йәшәй. Лукьяндар 1965-се Иҙәш һайлау участкаһы исемлегендә, әммә комиссия уларға үҙе килә.

Бөгөн Василий Кузьмич Семенов комиссияны ҡорал менән ҡаршылаған. Унда ҡоралдарҙың ниндәйе генә юҡ! Баҡһаң, автомат-мылтыҡтарҙың макеттарын  Василий Кузьмич үҙе эшләй икән!

"Шул тиклем оҫта эшләнелгән, ағас өлгөләр ысын ҡоралдарҙан айырып алғыһыҙ", - ти 1965-се Иҙәш һайлау комиссияһы ағзалары.

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: