1926-сы һанлы һайлау участкаһы Республика башлығы һайлауҙарының өсөнсө көнөндә оло йәштәге, һаулыҡтары яғынан һайлау участкаһына килеү мөмкинлеге сикләнгән һайлаусыларыбыҙға ғаризалары буйынса өйҙә үҙ тауыштарын биреү мөмкинлеге бирҙе.
Республика башлығы һайлауҙарын да мобиль булмаған ветерандар ихлас ҡаршы алып, изге теләктәрен еткереп ҡалдылар.
Бикбау ауылының иң өлкән һайлаусыһы, хеҙмәт һәм тыл ветераны, 94 йәшлек аҡһаҡалыбыҙ Илтенбаев Яҡуп Сәхиулла улы ла хайлау комиссияһы ағзаларын ихлас ҡаршыланы.
"Ваҡытында беҙ колхоз, район, республика үҫеше өсөн эшләнек, үкенесле түгел, тормош ауыр булһа ла, берҙәм, татыу йәшәнек. Хәҙерге етәкселәрҙең халыҡ мәнфәғәте өсөн эшләүҙәрен теләйем. Илебеҙ тыныс булһын!" - тигән теләктәрен белдерҙе ветеран.