"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
Һайлауҙар Выборы
9 Сентябрь , 11:50

Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы һайлауҙарға йомғаҡ яһаны

...

Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы һайлауҙарға йомғаҡ яһаны
Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы һайлауҙарға йомғаҡ яһаны

Республиканың Үҙәк һайлау комиссияһында төбәк башлығын һайлауҙа тауыш биреүгә килеүселәр һаны һәм тауыштар һаны тураһында аңлатма бирҙеләр.

— Һайлаусыларҙың 72,34 проценты тауыш биргән, – тип белдерҙе Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе урынбаҫары Марат Ғәҙилов. – Һайлау кампаниялары буйынса һөҙөмтә түбәндәгесә. Радий Хәбиров – һайлаусыларҙың 80,21%, Иван Сухарев – 4,98%, Владимир Нагорный — 4,26%, Артур Шәйнуров — 6,95%, Илшат Тимерйәнов 2,60% тауышын йыйҙы.

Мәскәүҙә экстерриториаль участкала 298 кеше тауыш бирҙе.

Һайлауҙарҙа 11 873 күҙәтеүсе эшләгән. Улар билдәләүенсә, теркәлгән закон боҙоуҙар юҡ.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: