

Ейәнсура районының территориаль һайлау комиссияһы 2025 йылда район Советына өҫтәлмә депутаттар һайлау тураһында ҡарар сығарҙы.
Территориаль һайлау комиссияһы ҡарарына ярашлы быйыл берҙәм тауыш биреү көнөндә, 14 сентябрҙә, Ейәнсура районының алтынсы саҡырылыш Советына 3-сө, 16-сы бер мандатлы һайлау округтары буйынса өҫтәлмә депутаттар һайлау үткәрелә.
Район Советының 2025 йылдың 18 апрелендәге ҡарары менән үрҙә әйтелгән округтар буйынса депутаттар Хөснөтдинов Илгиз Мәзит улының һәм Атнағолов Наил Урал улының вәкәләттәре ваҡытынан алда туҡтатылған.
3-сө һайлау округы – Иҫәнғол ауылының бер өлөшөн, 16-сы округ Байыш ауыл биләмәһенә ҡараған ауылдарҙы үҙ эсенә ала.