1916-сы һайлау участкаһында Байыш, Аҡдәүләт ауылдары граждандары һайлай.
Байыш ауылынан Әхмәт ағай Ҡыуатов иң тәүгеләрҙән булып һайлауға килде һәм үҙ тауышын бирҙе. Әйткәндәй, Әхмәт Вәхит улы һайлауҙарға гел беренсе булып килә. Бөгөн дә ул һайлау участкаһы үҙ эшен башлауға килгән дә ине инде
Был участокта әлеге ваҡытҡа утыҙҙан ашыу кеше һайлаған, йәмғеһе 341 һайлаусы бар.
#Башвыборы