2025 йылдың 22 декабрендә Башҡортостан Республикаһы Ейәнсура районының алтынсы составтағы территориаль һайлау комиссияһының беренсе, ойоштороу ултырышы үтте.
Территориаль һайлау комиссияһы 9 кешенән тора. Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһының ҡарарҙары менән уның составына тәҡдим ителгән ағзалар раҫланды һәм һайлау комиссияһы рәйесе итеп Әлфиә Морозова тәғәйенләнде.
Территориаль һайлау комиссияһының беренсе ултырышында комиссия рәйесе урынбаҫары итеп – Юлай Мырҙабаев, комиссия секретары вазифаһына Эльвира Байғужина һайландылар.
Комиссия ағзаһы Миңзаман Уликанов хеҙмәттәштәренә һайлауҙар үткәреү буйынса еңел булмаған эштә уңыштар теләне. Комиссия рәйесе Әлфиә Морозова яңы составты тәғәйенләнеүе менән ҡотлап, уңышлы эшләүҙәрен теләне һәм территориаль һайлау комиссияһы ағзаларына танытмалар тапшырҙы.
Һайлау комиссяһының тулыһынса тиерлек элекке составта һаҡланып ҡалды, был ҡуйылған бөтә бурыстар уңышлы үтәләсәгенә һәм бөтә һайлау процедураларының да юғары профессиональ кимәлдә, ҡануниәткә ярашлы үтәсәгенә ышаныс уята.