Һайлауҙар Выборы
18 Сентября , 12:01

Ғаилә — ул кешеләр генә түгел!

Һайлауҙың тәүге көнө һәр участкала ысын ғаилә байрамына әйләнде. Иҫәнғол ауылының Ф. Солтанов исемендәге мәктәбендә урынлашҡан 1931-се һайлау участкаһына Итбаевтар ҙа тотош ғаиләһе менән тип әйтерлек килде.

Ғаилә — ул кешеләр генә түгел!Ғаилә — ул кешеләр генә түгел!
Ғаилә — ул кешеләр генә түгел!

- Иптәшем Ирек әлеге мәлдә ҡырҙа эштә булғас, килә алманы. Мин бәләкәс ҡыҙым Дилиәне алып һайлауға йыйыныуымды күргәс, ҙур ҡыҙым һәм улым да минең менән барырға булды, - ти "Ләйсән" балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләгән, әле декрет ялындағы Рина Нурулла ҡыҙы.

Балалар ҙа бәпәй тотҡан әсәйҙән ҡалышмай, Илсаф ғорур рәүештә яратҡан йорт ҡошон — Китаец ҡушаматлы тауығын, ә ҙур ҡыҙы Дана Лютик исемле бесәйен күтәреп килә.

- Ғаилә - ул тик кешеләр генә түгел, - ти Итбаевтар. 

Бына ниндәй яуаплы һәм татыу беҙҙең һайлаусыларыбыҙ! Ғаилә менән, шул иҫәптән иң йомшаҡ (һәм ҡауырһынлы) ағзалары менән бергәләп тауыш биргәндәр. Был һайлауҙарҙың ябай бурыс ҡына түгел, ә бөтәһен дә берләштереүсе йылы ваҡиға булыуын күрһәтә.

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас