

1922-се Байдәүләт һайлау участкаһы Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы дәүләт гимндары аҫтында асылды. Комиссия ағзалары эшкә күтәренке кәйеф менән тотондо. Участокка тәүгеләрҙән булып ауыл старостаһы Руслан Мәҡсүтов тормош иптәше Наилә апай менән килде. Улар артынса Зиннур Мырҙабаев гражданлыҡ хоҡуғы менән ҡулланды. "Донъялар тынысланһын, илебеҙгә тиҙерәк именлек килһен", - тигән теләктәр менән тауыш бирҙе Зиннур ағай.
Күптән түгел 18 йәшен тултырған, әле әрме хеҙмәтенә саҡырыу көткән Айтуған Бикйәнов һайлауҙа тәүге тапҡыр ҡатнаша. Уға иҫтәлекле бүләк тә тапшырҙылар. Кескәй Миләүшә лә балалар баҡсаһына юлланғанда әсәһе менән инеп, һайлашып сыҡты. Ғөмүмән, байдәүләттәр бик әүҙем икән, һайлауҙың тәүге ярты сәғәтендә ете кеше үҙ гражданлыҡ бурысын үтәне. Ә бөтәһе тауыш биреүселәр - 148.