Һайлауҙар Выборы
18 Сентября , 05:48

Һайлау участкаһына - бергәләп

Башҡорт Үргене ауылының мәҙәниәт йортонда урынлашҡан 1942-се участка һайлау участкаһында ла тауыш биреүҙә әүҙемлек күҙәтелә.

Тәүге сәғәттәрҙә Үрген урта мәктәбе уҡытыусылары һәм хеҙмәткәрҙәре тотош коллектив менән килһә, күп балалы Айҙар һәм Таңһылыу Янбаевтар ҙа ғаилә менән килгәйне.

Әйткәндәй, тауыш биреүселәр "Рәхмәт" акцияһында ҡатнашыу хоҡуғы ла алды.

Ә мәктәп янында көҙгө йәрминкә гөрләй!

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас