Һайлауҙар Выборы
18 Сентября , 08:15

Һайлау участкаһында – байрам кәйефе

1953-сө Таҙлар һайлау участкаһында иң беренселәрҙән фермер Гөлшат Аҡкөбәкова тауыш биргән.

Һайлау участкаһында – байрам кәйефеҺайлау участкаһында – байрам кәйефе
Һайлау участкаһында – байрам кәйефе

Ә әүҙем һайлаусы Сәриә Фәхретдинованың бөгөн юбилейы – уға 70 йәш! Комиссия рәйесе Ришат Максүтов ҡотлап, уға иҫтәлекле бүләк тапшырҙы.         

Был участокта иң өлкән һайлаусы – Хамина Надежда Леонтьевна, уға – 99 йәш! Унан ҡала Антонино Николаевна Супчикова (94 йәштә) һәм Полянский Михаил Герасимович (90 йәштә).

Комиссия ағзаһы Әнзинә Ислам ҡыҙы Дүшәнбаева әйтеүенсә, Михаил Полянский ошоғаса машинала үҙе руль артында йөрөй.         

– Һайлау башланғас та, 20 кеше килеп тауыш бирҙе, – ти комиссия рәйесе Ришат Фәрит улы.

Һайлауҙар дауам итә...

Миҙхәт Аҫылбаев.

Автор:
Читайте нас