

1953-сө Таҙлар һайлау участкаһында иң беренселәрҙән фермер Гөлшат Аҡкөбәкова тауыш биргән. Ә әүҙем һайлаусы Сәриә Фәхретдинованың бөгөн юбилейы – уға 70 йәш! Комиссия рәйесе Ришат Максүтов ҡотлап, уға иҫтәлекле бүләк тапшырҙы.
Был участокта иң өлкән һайлаусы – Хамина Надежда Леонтьевна, уға – 99 йәш! Унан ҡала Антонино Николаевна Супчикова (94 йәштә) һәм Полянский Михаил Герасимович (90 йәштә). Комиссия ағзаһы Әнзинә Ислам ҡыҙы әйтеүенсә, М. Полянский ошоғаса үҙе руль артында машинаһын йөрөтә.
–Һайлау башланғас та, 20 кеше килеп тауыш бирҙе, – ти комиссия рәйесе Ришат Фәрит улы. Һайлауҙар дауам итә...
Миҙхәт Аҫылбаев. Автор фотолары