Һайлауҙар Выборы
18 Сентября , 12:54

БӨЙӨК ВАТАН ҺУҒЫШЫ ВЕТЕРАНЫ ҺАЙЛАНЫ

Бөгөн илебеҙҙә Дәүләт Думаһына һайлауҙар көнө. Абзан һайлау участкаһында  иртәнән үк халыҡ әүҙем. Әммә һаулығы арҡаһында өйҙән сыға алмаған өлкән кешеләр өсөн һайлау комиссияһы ағзалары өйҙәргә йөрөй. Шундай хөрмәтле кешеләрҙең береһе — Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Хәлитов Әхмәтдин олатай. Ул быйыл йәй айында 100 йәшен тултырҙы. Ул һәр ваҡыт әйтә: «Ватан алдындағы бурысымды үтәнем, хәҙер ҙә ил тормошонан ситтә ҡала алмайым». — Минең тауышым — ил киләсәге өсөн. Мин һуғышта тыуған илем өсөн көрәштем. Хәҙер ҙә уның яҙмышына битараф түгелмен, — тине ул. #БашВыбор2026

Автор:А. Булатова
Читайте нас