

Бындағы хәлдәр менән танышабыҙ:
– Беҙҙең участокта 500-ҙән ашыу һайлаусы теркәлгән. Халыҡ иртәнге сәғәт 8-ҙә үк килә башланы. Һайлау участкаһында һайлаусылар өсөн бөтә мөмкинлектәр ҙә булдырылған, бинатаҙа һәм йылы, – ти комиссия рәйесе Мирас Байғазаков.
– Һайлауҙа ҡатнашыу – ул гражданиндың Конституция менән нығытылған хоҡуғы ғына түгел, ә уларҙың туранан-тура яуаплылығы ла. Стратегик мөһим ҡарарҙар ҡабул ителгәндә беҙ ситтә ҡала алмайбыҙ. Алдағы йылдарҙа ниндәй шарттарҙа йәшәрбеҙ, эшләйәсәкбеҙ һәм балалар тәрбиәләйәсәкбеҙ – һәр беребеҙгә бәйле, – ти муниципаль район хакимиәтенән вәкил Рөстәм Биктимиров.
Миҙхәт Аҫылбаев.
Автор фотолары.