Иҙәш һайлау участкаһына ғаилә парҙары менән килеп тауыш биреүселәр күп.
Дауыт һәм Гөлдәр Ҡыуандыҡовтар, Миниғәзим һәм Мәрфүға Ишкининдар, Илнур һәм Гөлназ Ҡыуандыҡовтар, Зөфәр һәм Нәфисә Ҡыуандыҡовтар, Фаиз һәм Вәсилә Ҡыуатовтар бер ваҡытта ла һайлауҙан ситтә ҡалмай.
Ауылдың иң өлкән ир-аты, райондың иң оло сик һаҡсыһы Ғүмәр Күскилдин һайлау участкаһына килеп тауыш бирҙе.
- Илдәр тынысланһын, тормоштар тағы ла йәмлерәк булһын, - ти Ғүмәр олатай.
#БашВыбор2026






