

Участка рәйесе Әхмәт Ҡәҙербәков белдереүенсә, улар Мәймүнә Хунафина һәм Раҡия Байбулатоваларҙа булған.
- Һәр тауыш иҫәптә, - ти Әхмәт Сөләймән улы.
Махсус хәрби операция ветераны Рәйес Хөсәйенов та участкаға килеп үҙ гражданлыҡ бурысын үтәгән.
- Илгә тиҙерәк тыныслыҡ килһен, егеттәр иҫән -һау өйҙәренә ҡайтһын, - тип теләй яугир.
Әнүзә Хәбибуллина һайлауға балалары менән килде. Таңһылыу, Заһир һәм Мәликәнең дә һайлау барышын күргеләре килгән. Атайҙары Таһир, ваҡыты тығыҙ булыу сәбәпле, һайлау участкаһына һуңғараҡ киләсәк.
- Балаларыбыҙҙың киләсәге яҡты, ышаныслы булһын өсөн үҙ тауышымды бирҙем, - ти әсә кеше.
#БашВыбор2026 #ЕДГ2026